«Салауат Юлаев»тың баш тренеры Виктор Козлов яңы контрактҡа ҡул ҡуйҙы

Килешеү ике йылға иҫәпләнгән һәм эш хаҡы йылына 45 миллион һум тәшкил итәсәк. Виктор Николоевич 2022 йылдан юлаевсылар менән етәкселек итә. Быйылғы миҙгелдең даими чемпионатын Өфө клубы Көнсығыш конференцияла икенсе урында тамамланы.

Плей-оффта яҡташтарыбыҙ ярымфиналға тиклем барып етте, унда Ярославлдең «Локомотив»ынан серияла 1:4 иҫәбе менән отолдо. Һуңғы уйындан һуң Башҡортостан башлығы Виктор Козловҡа киләһе миҙгелдә лә эшен Өфө клубында дауам итергә тәҡдим итте. Һуңынан баш тренер төбәк етәксеһенең бындай тәҡдименән баш тартмайҙар тип яуап ҡайтырҙы. Виктор Козлов спорт карьераһында ике тапҡыр Гагарин Кубогын яулай. 2011 йылда уйынсы булараҡ ул юлаевсылар составында, 2016 йылда тренер сифатында Магнитогорскиҙың «Металлург»ы менән КХЛ-дың төп трофейына лайыҡ булды.