Бөгөн Башҡортостанда тәүге тапҡыр баҡсасылар көнө билдәләнә. «Смарт баҡсасы» форумында байрам йыл да майҙың өсөнсө шәмбеһендә билдәләнәсәк тип ҡарар ҡабул иткәйнек, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.
Был көндө кешеләр хеҙмәт өҫтөндә ҡаршы ала. Баҡсасылар ширҡәтендә өмәләр, экологик акциялар уҙғарыла һәм был бигерәк тә яҡшы күренеш. Дүрт йыл элек беҙ ойошмаларға дәүләт кимәлендә ярҙам итергә хәл иткәйнек. Ошо ваҡыт эсендә 500 баҡсасылар ширҡәте аҡсалата ярҙам алды. Ике йөҙҙән ашыуына дөйөм оҙонлоғо 84 километр юл һалынды, тағы ла 3 йөҙгә яҡынында инфраструктура яҡшыртылды, тип яҙа Башҡортостан башлығы.