Башҡортостандың иң яҡшы мәктәп ашханалары билдәләнде

Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәре өс номинацияла баһаланды. Иң яҡшы ауыл, ҡала һәм Өфөнөң мәктәп ашханаһы Мәскәүҙә үтәсәк бәйгелә көс һынашасаҡ. Был юлы ашнаҡсылар жюри ағзаларына ниндәй ризыҡтар тәҡдим иткән? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Алтын балыҡҡа ышанма, һаулығыңды үҙең хәстәрлә. Ошондай девиз аҫтында Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе диңгеҙ ризыҡтарынан аш-һыу тәҡдим итте. Киптерелгән том-ям, креветка ононан печенье һәм башҡалар...Әлбиттә, былар әле мәктәп менюһына индерелмәгән. Уҡыусыларға ашарға бешергәндә үҙебеҙҙең продукцияға өҫтөнлөк бирәбеҙ, ти улар.

Баш ҡаланың 92-се коррекция мәктәбе туҡланыу операторҙарына мөрәжәғәт итмәй, уҡыусыларға ашарға үҙҙәрендә бешерелә. Белем усағы «Иң яҡшы миллионлы ҡала мәктәбе ашханаһы» номинацияһында еңеү яуланы.

Булгаков ауылының «Ҡанатлан» мәктәбе ашнаҡсылары бер көнгә стюардесса ролендә. Баһалама комиссияһына улар төп ризыҡтарҙан тыш, космос темаһына бағышлап бешерелгән торт менән ракета формаһындағы печеньелар тәҡдим итте.

«Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында 11 белем усағы ҡатнашты. Бәйгене ойоштороу өсөн 2-се “Смарт” республика полилингваль күп профилле гимназияһы һайланған. Тематик өҫтәлдәрҙе тәҡдим итеүҙән тыш, ашнаҡсыларҙың эшен Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте тикшерҙе. Конкурс еңеүселәре өс номинацияла билдәләнде.

Федераль үҙәк күҙлегенән ҡарағанда, Башҡортостан мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙа беренсе тип әйтергә була. Тәүге Бөтә Рәсәй конкурсы ла 2022 йыл тап Өфөлә үткәйне. Йылдан-йыл кимәл күтәрелә бара, Башҡортостан гел дә призлы урындар яулай.

Михаил Иванов, Уҡыусыларҙың туҡланыуын күҙәтеү федераль үҙәге директоры урынбаҫары

Республика этабында еңеүселәр көҙ Мәскәүҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Әлфинә Килдейәрова