«СоюзПромПтица» предприятиеһы Рәсәйҙә күркә ите етештереү буйынса лидерҙарҙың береһе. Ҡоштар урындағы аграрийҙар үҫтергән ҡуҙаҡлы иген культуралары менән туҡлана. Шуға күрә предприятиела үҫемлектәр өсөн файҙалы ашлама етештерелә башланы. Органик ҡалдыҡтар махсус майҙансыҡта һаҡлана, белгестәр уны ашламаға әйләндерә. Әйткәндәй, продукция юғары һорау менән файҙалана.