Өфөнөң Ленин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған подполковник Егений Рытченконың исеме мәңгеләштерелде. Затон биҫтәһендә урынлашҡан 128-се мәктәптә яугир иҫтәлегенә хәтер таҡтаһы асылды. Тантанала яугирҙың ата-әсәһе, уҡытыусылары, уҡыусылар, йәш гвардеецтар, Ленин районы хакимиәте вәкилдәре , хәрбиҙәр ҡатнашты. Евгений Владимирович Рытченко 1987 йылдың 25 мартында Ташкентта тыуған. «Элемтә селтәрҙәре һәм коммутация системалары» һөнәре буйынса Ставрополь ракета ғәскәрҙәренең хәрби элемтә институтын тамамлаған. Замандаштары уны тыныс холоҡло, ярҙамсыл кеше тип хәтерләй.
Евгений Рытченко 2022 йылдың майынан махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 2024 йылдың 13 апрелендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Үҫмерҙәргә подполковник хаҡында төшөрөлгән фильмдың премьераһы тәҡдим ителде. Өфөнөң 128-се мәктәбендә Еагений Рытченкоға арналған герой партаһы ла асылды. Хәрби осоусы ғаиләһендә тыуған кешенең ил һаҡсыһы булып китеүе осраҡлы түгел. Герой партаһын асыуҙа сығыш яһаған ата-әсәһе Владимир Викторович менән Ольга Александровна йәштәрҙең ысын патриоттар булып үҫеүен теләне. Был парта артында ошо мәктәпте тамамлаған уҡыу алдынғыһы Евгений Рытченко кеүек тик бишлегә өлгәшеүселәр генә белем аласаҡ.