Өфөлә елек мейеһе доноры бүләкләнде

Сара Рәсәй онкологтары съезы программаһы буйынса студенттар кампусында үтте. Почет билдәһенә Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатын лайыҡ булды. Күп йылдар Ирина Сергеева ҡан тапшыра, ә 2019 йылда арҡа мейеһе донорҙарының федераль регистрын тулыландырырға әҙер булыуын белдерә. Ҡатынға һөйәк мейеһе тап килгән пациент табылыуы тураһында хәбәр итәләр. Операция Мәскәүҙә гематология тикшеренеү үҙәгендә үткәрелгән.

Биш йыл элек ҡан тапшырғайным, былтыр декабрҙә шылтыраптып минең потенциал донор булараҡ бер пациентҡа тура килеүемде әйттеләр. Кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарғанмын икән, әлбиттә. был шатлыҡлы күренеш. Медицинала был өлкәне артабан да үҫтерергә, регистрҙы тултырырға кәрәк, тигән фекерҙәмен.

Ирина Сергеева, донор

Шулай уҡ кампуста Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары өсөн гематология буйынса лекция үтте. Университет был йүнәлештәге тикшеренеүҙәрҙә әүҙем ҡатнаша. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы белгестәре пациенттар мәктәбен ойоштора, унда ауырыуҙы дауалауҙың яңы мөмкинлектәре тураһында белергә мөмкин.