Республиканың Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, уҙған аҙнала тәүлегенә 70 мең гектар самаһы ер сәселгән. 7 район хужалығы кампанияның һуңғы этабына килеп еткән. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында дөйөм сәсеү майҙанының 90 процентында эш теүәлләнгән. Урындағы аграрийҙар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
«Орлоҡ менән ашламаны тултырырға ғына онотма, ҡалғаны автомталаштырылған», - ти «Уңыш» хужалығы механизаторҙары. Ауыл эшсәндәре кукуруз һәм соя баҫыуҙарына сыҡҡан. Предприятиеның исеме аҡланып, йыл уңышлы булһын өсөн сәсеүҙә төрлө технологиялар ҡулланыла. Орлоҡтарҙы һайлағанда иһә үҙебеҙҙә етештерелгәнгә өҫтөнлөк бирелә.
Механизатор Рөстәм Нурушев коллективҡа яңы килгән белгестәрҙең береһе. Уға 25 йәш. Урындағы күп профилле колледжда уҡыған сағында уҡ баҫыуҙа практика үтә. Себер тарафтарына вахта менән йөрөп ҡарай, ләкин тыуған яғыңда эшләү - күпкә яҡшыраҡ, ти ул. Егетте шунда уҡ яңы техникаға - «Кировец»ҡа ултырталар.
«Уңыш» предприятиеһының Ҡырмыҫҡалы бүлегендә 20 меңгә яҡын майҙан иҫәпләнә. Һауа торошоноң яҡшы тороуы ярауай бойҙай, арпа һәм көнбағыш орлоҡтарын тиҙ арала сәсеп бөтөргә мөмкинлек бирә. Кукуруз менән соя баҫыуҙарында ла эш тамамланыу алдында. Ләкин аграрийҙар өсөн ял юҡ, алда уларҙы тағы ла ҡыҙыуыраҡ мәл көтә.
Йәмғеһе, Ҡырмыҫҡалы районында 73 мең гектар сәсеү майҙаны бар. Һуңғы йылдарҙа урындағы аграрийҙар район өсөн яңы культтуралар - соя, етен һәм кукурузды үҙләштерә.
Әлфинә Килдейәрова