Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре магазинда ғына түгел, онлайн-маркеттарҙа ла баҫмаға заказдар артыуын теркәгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Әй йола» төркөмөнөң «Һомай» йырын хәҙер инде белмәгән кеше юҡтыр. Ул донъяның ниндәй генә илдәрендә яңғырамаған да, кемдең генә һөйөүен яуламаған. Ижад ителгән йыр менән бергә, бөгөн композицияға төшөрөлгән клип та билдәлелек яулай.
Уның ҡарауы, башҡорт халыҡ эпосына ҡарата иғтибар ҙа бермә-бер артты. «Урал батыр» бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә һатылған төп баҫмаларҙың береһе.
Фирма магазиндарынан тыш, маркетплейстар аша ла яҙҙырып алыусылар етерлек. Статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, «Урал батыр»ҙы һатып алыусылар былтырғыға ҡарағанда 30 тапҡырға күберәк. Нәшриәттә эпос ике вариантта һәм ике телдә - башҡорт һәм русса тәҡдим ителгән. Маркетплейстарҙың тауар биреү пунктары төпкөл ауылдарға тиклем бар. Әйберҙәрҙән тыш, әле унда үҙебеҙҙә баҫтырылған китаптарға заказ бирергә мөмкин. Онлайн-һатыуҙы үҙләштереү - китап һөйөүселәргә тағы ла яҡынайырға ярҙам итә .
«Урал батыр»ға ҡарата иғтибар, ғөмүмән, йылдам алып барыла. Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан арҙаҡлы сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алыныуға 115 йыл тулған йылда бигерәк тә әһәмиәтле. Ә эпостың үҙенә 4 мең йылдан ашыу. Башҡорт мифологияһын мәңгеләштереү ҙә яйға һалынған. Бөрйән районында мәҫәлән, «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын өйрәнеү класын йыһазландырыу тулыһынса тамамланған. Бында эпостың донъяуи кимәлдә ҡаралған структураһы, персонаждары менән танышырға мөмкин. Улар эпик әҫәрҙә һүрәтләнгәнсә айырым картина итеп төшөрөлгән.
«Урал батыр» эпосын өйрәнеү класы рәсми рәүештә йәйгә асылыр тип көтөлә. Ә инде башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының икенсе Бөтә Рәсәй съезында әйтелеүенсә, «Урал батыр» көнө билдәләнә ҡалһа, даирәләрҙе тағы ла киңәйтәсәк.
Азат Ғәлиуллин