Геройҙар темаһына арналған акция Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына бағышланды, Милли музейҙа лекциялар, интерактив экскурсиялар ойошторолдо. «Өфө - контрастар ҡалаһы» һәм «Халыҡ художество кәсептәре сәнғәтендә Еңеүсе Рәсәй « күргәҙмәләре асылды. Сара мәҙәни мираҫҡа һәм героик үткәнгә битараф булмаған өс меңдән ашыу кешене йыйҙы. Акция бер төн менән генә сикләнмәй, аҙна дауамында бында кәсепселәр оҫталыҡ дәрестәре ойоштора.