Был турала Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы йәмәғәт биләмәһе сәғәтендә белдерҙеләр. Ҡала мөхите булдырыу программаһына ярашлы,12 июнгә тиклем төбәктә төҙөкләндереләсәк урындарҙы һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Шулай уҡ бәләкәй ҡалаларҙа халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙы яңыртыу буйынса 10-сы бөтә Рәсәй конкурсы тураһында ла һүҙ барҙы.
Кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы урамдарын һәм йәмәғәт урындарын яңыртыу мәсьәләләре лә ҡаралды. Атап әйткәндә, реконструкцияланасаҡ Ленин исемендәге парк, Театр урамын йәйәүлеләр өсөн үҙгәртеү, Баланов, Дзержинский скверында һәм башҡа йәмәғәт урындарында башланасаҡ эштәр тураһында фекер алышынды.