Яһалма зиһен Өфөлә күпер ябылыу ваҡытында тығындар мәлдәрен асыҡлаған

Яһалма зиһен Өршәк йылғаһы аша күперҙе япҡан осраҡта транспорт хәрәкәтенең ҡайһы ваҡытта тотҡарланыуын асыҡлаған. «Приуралье» автомобиль юлдары идаралығы белгестәре әйтеүенсә, ҡалаға ингән транспорт хәрәктендә иртәнге 9-сы яртынан алып 11-се яртыға тиклем тотҡарлыҡтар булһа, сығыуға табан киске 5-се яртынан алып 7-гә тиклем тығындар күҙәтелеүе ихтимал. Был иҫәпләүҙәр юлдарҙа авария булмаған осраҡта ғына ысынбарлыҡҡа тап киләсәк. Өфө-Ырымбур трассаһындағы Өршәк йылғаһы аша һалынған күперҙең 3 июндә төҙөкләндереүгә ябылыуы көтөлә.