Мәсетле районында халыҡҡа йәшәү һәм ял итеү өсөн уңайлыҡтар

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Мәктәп урамында тротуарҙар төҙөкләндерелә. Эш «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль башланғысына ярашлы алып барыла. 2024 йылда район халҡы араһында онлайн-тауыш биреүҙә тап ошо проект хуплана һәм еңеп сыға. Подрядсы ойошма «Тепловик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан урамдың ике яғынан брусчатканан йәйәүлеләр зонаһы, заманса яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр, сүп ташлау урналары буласаҡ. Тротуарҙың яңыртылған участкаһы оҙонлоғо 600 метрҙан ашыу. Проект буйынса эш сентябрь аҙағына тамамланырға тейеш.