Әбйәлил районында баҡыр разведкалау мәсьәләләре буйынса конференция үтте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында Әбйәлил районында баҡырҙы геологик разведкалау һорауҙары буйынса конференция ойошторолдо. Журналистар менән осрашыуҙа разведкалау өсөн яуаплы «Салауат йәмғиәте етәкселеге» йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

Предприятие етәкселеге билдәләүенсә, геологик өйрәнеүҙе тамамлау һәм проектты әҙерләү 2027 йылға планлаштырылған, һуңынан йәмәғәт тыңлауҙары һәм дәүләт экспертизаһы уҙғарыласаҡ. Тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөү тураһында ҡарар әлегә ҡабул ителмәгән һәм асыҡ мәсьәлә булып ҡала. Компания файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға етерлек ресурстар һәм проекттың иҡтисади нигеҙлелеген ентекләп раҫлағандан һуң ғына тотонорға ниәтләй. Бында башлыса урындағы халыҡ өсөн мең ярым эш урыны булдырыу күҙ уңында тотола. Бынан тыш предприятие тарафынан Әбйәлил районының социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ярҙам саралары билдәләгән.