Был бәйге бер майҙансыҡта һәләтле балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын йыя. Конкурста ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта бара. 16 йыл эсендә унда 8 меңдән ашыу йәш башҡарыусы сығыш яһаған. Быйылғы ижади бәйгенең район этаптары 740 мәктәп һәм 100 балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған.
Баһалама ағзалары әкиәт һөйләүселәрҙең сығыштарын төрлө номинацияларҙа билдәләне. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һәр мәғариф учреждениеһы ижади конкурсҡа ныҡлы әҙерләнгән, балалар бар әкиәттәрҙе лә ҙур оҫталыҡ һәм яуаплылыҡ менән башҡарҙы.