Өфөгә Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев килде

Бөгөн Өфөгә Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев килде. Федераль чиновник Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оҙатыуында Совет майҙанында булды. Бында улар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Сергей Цивилев төбәккә бер нисә сарала, шул иҫәптән Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумында, "Газ. Нефть. Технологиялар" тип аталған халыҡ-ара махуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн килгән. Республика етәксеһе ҡуннаҡҡа Совет майҙанынан махсус хәрби операцияға башҡорт батальондары оҙатылыуы, һәм отпускҡа ҡайтҡан яугирҙарҙың мотлаҡ һәйкәлгә сәскә һалыуҙары тураһында һөйләне.