Радий Хәбиров менән Сергей Цивилев яңы сәнәғәт объекттарын сафҡа индереүҙә ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев яңы сәнәғәт объекттарын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. «Нефть. Газ. Технологиялар» форумын асыу тантанаһында видеобәйләнеш режимында Краснокама районында һанлы подстанция, ә Өфө һәм Салауат райондарында газ бүлеү селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылды. Халыҡ-ара күргәҙмәлә һәр йылдағыса тармаҡтағы алдынғы технологиялар, заманса техника-ҡорамалдар экспозициялары ла эшләне. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Краснокама районында сафҡа индерелгән һанлы подстанция ярты меңгә яҡын скважина һәм 5 эре производство майҙансығын электр энергияһы менән тәьмин итәсәк. Яңы объект автоматлаштырылған режимда эшләй. Пилот проектҡа ярашлы, Башҡортостанда электр селтәрҙәренең һанлы районын булдырыу ҡаралған, ошондай подстанциялар берҙәм диспетчер үҙәге аша эшләйәсәк. «Газ. Нефть. Технологиялар» форумын асыу тантанаһы һәр ваҡыттағыса яңы производство майҙансыҡтарын асыу, газ бүлеү селтәрҙәрен файҙаланыуға тапшырыуҙан башланды. Республика башлығы Радий Хәбиров сара ҡунаҡтарын сәләмләп, ил өсөн ябай булмаған осорҙа ла тармаҡтың йылдам үҫешен билдәләне.

Рәсәйҙең нефть һәм газ тармағы үҫешендә Башҡортостан сәнәғәтен ҙур роль уйнай. Был турала илдең энергетика министры Сергей Цивилев үҙ сығышында «Республика халҡының фиҙаҡәр хеҙмәте менән ғорурланабыҙ»,-тине.

Инженер, операторҙар, диспетчер һәм водителдәр - форумды асыу тантанаһында бер төркөм хеҙмәткәрҙәр дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнде.

«Газ. Нефть. Технологиялар» Халыҡ-ара күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 40 төбәгенән 350 компания ҡатнаша, 12 илдән делегациялар килгән. Экспозицияның майҙаны 14 мең ярым квадрат метр. Предприятиелар үҙҙәренең продукцияһы, ҡаҙаныштары менән таныштыра, яңы килешеүҙәр төҙөй.

Форумдың эшлекле программаһына ярашлы, пленар ултырыш та үтте. Унда тармаҡҡа бәйле стратегик саҡырыуҙар, милли проекттар һәм төп үҫеш сценарийҙары ҡаралды. Алдынғы инженер ҡарарҙар, дәүләт ярҙамы саралары, кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе тураһында ла һүҙ барҙы. Ҡаҙағстандан килгән белгестәр ҙә форумдың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләй.

Форумда ғәҙәттәгесә асыҡ һауала ла тармаҡта киң файҙаланылған заманса техника-ҡорамалдар халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде. Әйтәйек, был вездеход нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалауҙа ҡулланыла. Ул Арктика төбәктәрендә экстремаль бән температурала эшләй ала.

Рәсәйҙең яңы үҫеш стратегияһына ярашлы, киләһе быуындар өсөн лайыҡлы эш алып барыу шарт. Күргәҙмә-форум барышында ла йәштәр көнө үтә. Олимпиада, конференциянан тыш, «Газ диктанты» тип исемләнгән мәғариф проекты уҙғарыла, унда мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнашыуы көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина