Өфөлә юғары социаль һөҙөмтәлелек күрһәткән алдынғы республика ойошма-предприятиелары билдәләнде

Бөгөн Өфөлә юғары социаль һөҙөмтәлелек күрһәткән алдынғы республика ойошма-предприятиелары билдәләнде. Бүләкләү тантанаһы социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссияһы ултырышы сиктәрендә үтте.

«Рәсәй юғары социаль һөҙөмтәлелек ойошмаһы» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы быйыл ун бишенсе тапҡыр ойошторолдо. 2024 йылда республиканың 30 ойошмаһынан йәмғеһе 58 ғариза ҡабул ителгән. Улар үҙ эшендә социаль яуаплылыҡ принциптарына таяна: хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә социаль гарантиялар бирә, инфраструктураны үҫтерә, күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтә, шулай уҡ социаль партнерлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә, тиелде сарала. Шуға ла еңеүселәр ҙә 13 төр номинацияла билдәләнде.