Һәйкәл хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға һәм махсус хәрби операция яугирҙарына арналған. Шмидтов ауылында мемориал үҙ бурысын намыҫ менән үтәгәндәргә хөрмәт һәм мәңгелек рәхмәт символына әүереләсәк, ти ойоштороусылар. Сараға отпускыла булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ата-әсәләре, ҡатындары һәм балалары килде.