Өфөлә Мөнир Ҡунафин менән ижади осрашыу үтте

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә бөгөн билдәле яҙыусы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин менән ижади осрашыу үтте. Ул күптән түгел Мәскәү ҡалаһы нәшриәттәренең береһендә баҫылған китабының исем туйы уңайынын ойошторолдо. Яңы баҫма әҙиптең махсус хәрби операция биләмәһенә командировкаға барып ҡайтҡандан тупланған юлъяҙмалары һәм очерктарынан тора. Улар республика ваҡытлы матбуғат биттәрендә, социаль селтәрҙәрҙә халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «Китап» нәшриәтенең фирма магазинына һатыуға сығарылған биш тиҫтәләп йыйынтыҡ исем туйында уҡ һатылып бөттө.