24 майҙа Башҡортостан мәктәптәрендә "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы үтә

Республика законына ярышлы, был көндә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Һабантуй уҙған көндәрҙә лә хәмер менән сауҙа итеү сикләнә. Быйыл һабан байрамы 31 майҙан 19 июлгә тиклем арауыҡта ойошторола. Йәштәр көнөндә лә алкоголь һатыу рөхсәт ителмәй. Быйыл байрам 28 июнгә тура килә. “Бындай сикләүҙәр йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн һөҙөмтәле. Халыҡ ҡанунды яҡшы аңлай һәм хуплай”, - тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев.