Интернетта уҙғарылған тауыш биреүҙә Ғафури районы Родина ауылынан Зилә Романова республика данын яҡлай. Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул 10 йылдан ашыу хат ташыусы булып эшләй. Яҡташыбыҙ өсөн “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Рәсәй почтаһы”ның рәсми төркөмөндә фекер ҡалдырырға була. Тауыш биреү 5 июнгә тиклем дауам итә. Бәйгелә илдең 80-дән ашыу төбәгенән вәкилдәр ҡатнаша. Конкурс еңеүсеһенә аҡсалата приз тапшырыла.