“Башнефть” Башҡортостанда тәүге тулыһынса автоматлаштырылған подстанция асты

Өфөлә үткән “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе барышында  “Роснефть” структураһына ингән ойошма Краснокама районында подстанция сафҡа индерҙе. Ҡоролма 470 тән ашыу скважинаны һәм 5 эре етештереү майҙансығын электр уты менән ышаныслы тәьмин итәсәк. Объекттағы бөтә процестар автомат режимда бара, хеҙмәткәрҙең булыуы талап ителмәй. Был эксплуатация сығымдарын 40 проценттан ашыуға ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.