Уға награданың икенсе дәрәжәһе тапшырыла. Президент Владимир Путиндың ошо турала указы бар. Рөстәм Минһажев - хәрби хирург. Ул махсус хәрби операция биләмәһендә яралы һалдаттарҙы дауалай. Табип полктың медицина пункты начальнигы. Рөстәм Минһажев өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Уға тиклем баш ҡаланың 13-сө дауаханаһында эшләй.