«Роснефть» структураһына ингән «Башнефть» ойошмаһы «Цифрлы ятҡылыҡ» мәғлүмәт системаһына 8100 нефть скважинаһын тоташтырған, ул компанияның Башҡортостан Республикаһындағы бөтә файҙаланылған фондының 70 проценттан ашыуын тәшкил итә.
Проектты тормошҡа ашырыуҙың биш йыллыҡ осоронда 70 мең тоннанан ашыу нефть табылған, транспорт сығымдары 35 процентҡа кәмегән. Был мәғлүмәттәр 20-23 майҙа Өфөлә үткәрелгән «Газ.Нефть.Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһендә тәҡдим ителде.
90 йылдан ашыу нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү тәжрибәһенә эйә булған «Башнефть» сығарыу өлкәһендә цифрлы ҡарарҙарҙы һынау һәм тиҙ арала индереү өсөн полигон сифатында һайланды. Башҡортостанда «Цифрлы ятҡылыҡ» мәғлүмәт системаһы уңышлы һынау үткәндән һуң «Роснефть» компанияһы башҡа предприятиеларында ла проекттың иң һөҙөмтәле алгоритмдарын тиражлауға тотондо. “Цифрлы ятҡылыҡ” хәҙерге заман цифрлы технологик ҡарарҙары, алдынғы программа һәм “Роснефть” белгестәренең эксперт белеме синергияһының уникаль миҫалы.