Сара 5 июндә башлана. Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы белгесе Ольга Трофимова әйтеүенсә, форумға килергә теләгән ойошмалар былтырғы менән сағыштырғанда артҡан. Быйыл уйынсыҡтар байрамына 200-ҙән ашыу кәсепсе саҡырылған. Улар халыҡҡа ҡул эштәрен тәҡдим итә. Фестиваль Өфөнөң Совет майҙанында үтә. Бай программа әҙерләнгән. Конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, спорт турнирҙары ойошторола, танылған Рәсәй артистары сығыш яһай. Интерактив һәм күргәҙмә майҙансыҡтары булдырыла. Быйыл беренсе тапҡыр компьютер уйындары экспозицияһы була.