Өфө халыҡ-ара ҡатнашлыҡтағы Рәсәйҙең онкологтар съезын ҡабул итте

Башҡортостанда яман шеште диагностикалау һәм дауалауҙа алдынғы технологиялар ҡулланыла. Яңы медицина үҙәктәре асыла, ҡорамалдар һатып алына. Сирлеләр өсөн мең ярымдан ашыу койка-урын ҡаралған. Был ил кимәлендә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Ғилми-мәғариф сараһына килгәндә, унда Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән онкология, радиология, хирургия һәм медицинаның башҡа оҡшаш өлкәләренән белгестәр йыйылды.

Мәкерле сир менән көрәштә һөҙөмтәле эш алымдары өйрәнелде. Форумда ҡатнашыуылар республика онкология үҙәктәре эшмәкәрлеге менән дә танышып, төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең йылдам үҫешеүен билдәләне. Өфө хосписын ғына алайыҡ, ул 2023 йылдың йәйендә асылғайны. Стационар алтмыш урынға иҫәпләнгән.