Дәүләкән районы Яңы Тормош ауылында «Рәсәй һыуы» экологик акцияһы үтте

350-гә яҡын кеше Асылыкүл буйын сүп-сарҙан таҙартырға сыҡты. Сара халыҡта тирә-яҡ мөхиткә һәм һыу объекттарына һаҡсыл мөнәсәбәт тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. «Экологик именлек» милли проекты ярҙамында ойошторолған акция төрлө һөнәр вәкилдәрен берләштерҙе. Кешеләр яр буйы билмәһенең 22 километрын таҙартты. Экоактивистар шулай уҡ йөҙҙән ашыу йәш ағас ултырты. Был эш тә урындағы флораны тергеҙеүгә, күлдең экологияһын яҡшыртыуға һәм һыу объектын бысраныуҙан һаҡлауға үҙ өлөшөн индерәсәк, ти сарала ҡатнашыусылар.

«Рәсәй һыуы» - илдәге иң ҙур ирекмәндәрҙең экологик башланғыстарының береһе. Ул 2014 йылдан даими уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә унда илдең бөтә төбктәренән 11 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Былтыр Башҡортостан субъекттар рейтингында өсөнсө урын яуланы. Республикала йәшәүселәр «Рәсәй һыуы» акцияһы барышында биш мең километрҙан ашыу яр буйын таҙартҡан. Быйыл да төбәк алдынғы позицияға иҫәп тота.