Өфө уҡытыусыһы Тимур Хәйруллин марафон йүгереүен хәйриәгә бағышланы

42 саҡрымлыҡ марафонды 5 сәғәт 24 минутта. Тап ошо дистанциялағы ваҡытты Өфө педагогы, Владимир Паращенко исемендәге 51-се белем биреү үҙәгенең физик культура, хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре уҡытыусыһы Тимур Салауат улы Хәйруллин йүгереп үткән Уҡытыусы-марафонсының маҡсаты - яман шеш менән интегеүсе бәләкәй пациенттарға ярҙам итеү.

Быйыл 4 майҙа «Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фонды менән берлектә ул Ҡазан марафонында ҡатнашҡан. Марафонсы актер Константин Хабенский өлгөһөнә эйәреп хәйриә эшмәкәрлегенә тотонған. Видеоролик ярҙамында 150 мең һумдан ашыу аҡса йыйылып, яман шеш менән сирләгән балаларҙы дауалауға йүнләтелгән. Былтыр табиптар уҡытыусыла ла онкология сирен асыҡлаған. Әммә ул төшөнкөлөккә бирелмәй. Ике йәш ярымлыҡ улым миңә йәшәүгә көс һәм спортта алыҫ дистанцияларға йүгерергә дәрт-дарман бирә, ти ул. Түшендәге тиҫтәләгән миҙалдары бөтәһе лә ихтыяр көсө, еңеүгә ныҡлы ышаныс ярҙамында яуланған.