Радий Хәбиров «Патриот» хәрби- илһөйәрлек паркында профилле сменаға йыйылған үҫмерҙәр менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Патриот» хәрби- илһөйәрлек паркында профилле сменаға йыйылған үҫмерҙәр менән осрашты. 10-сы класс егеттәре республика етәксеһе менән аралашып үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Радий Хәбиров йәштәргә «Патриот» илһөйәрлек паркының тарихы тураһында һөйләп, биләмәнең патриотик әһәмиәтен билдәләне. Республика башлығы бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү республикала өҫтөнлөклө маҡсат булып тора тине. Балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү күп яҡлы патриотик эштең мөһим өлөшө.

«Патриот « паркында профилле смена үҫмерҙәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәгә өйрәтеү , сәләмәт йәшәү рәүеше нигеҙҙәрен нығытыуға йүнәлтелгән. Биш көн дауам иткән уҡыуҙарҙа балаларҙы яуаплы, үҙаллы булырға, бер-береһенә ярҙам итергә өйрәтәләр. Хәрби-теоретик белем практик дәрестәрҙә нығытыла. Егеттәр физик әҙерлеген нығыта , «Геройҙар ярышында» ҡатнаша, мылтыҡтан атырға өйрәнә һәм башҡа йүнәлештәрҙә оҫталыҡ үҙләштерә.