Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһы 2027 йылға тиклем дауам итер тип күҙаллана

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең художестволар академияһы президенты Василий Церетели менән танылған архитектор Александр Мирианашвили менән осрашыуҙа билдәләне. Баш ҡаланың төп иҫтәлекле урындарының береһе экспертиза һөҙөмтәләре буйынса авария хәлендә тип танылғайны. Академия белгестәре объектты реставрациялау буйынса консультатив ярҙам күрһәтәсәк. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһында.

Салауат Юлаев һәйкәле ни тиклем генә мөһабәт, ғорур күренмәһен, ваҡыт һынауына бирешкән. Бөгөн ул авария хәлендә. Рәсәй художестволар академияһы белгестәре иңендә яуаплы миссия - суйындан ҡойолған скульптура реставрацияһы уларҙың ҡарауында үтәсәк. Консультатив ярҙам күрһәтелә.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса һәйкәлдең эске конструкцияһы айырыуса зыян күреүен беләбеҙ. Скульптура һүтеп алынып, Өфө биләмәһендәге оҫтаханаға оҙатылғандан һуң, уның техник торошо тағы ла ентекле өйрәнеләсәк.

Василий Церетели, Рәсәй художестволар академияһы президенты

1967 йылда ҡуйылған уникаль объект айырыуса һаҡсыл ҡараш талап итә. Шуға ла реставрация махсуслаштырылған бинала ойошторолорға тейеш. Эште бер төркөм реставраторҙар алып барасаҡ.

Александр Мирианашвили, Рәсәй художестволар академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы

Салауат Юлаев һәйкәленең ауырлығы 40 тоннанан ашыу, бейеклеге ун метр. Цехҡа уны өлөштәргә бүлеп күсереү ҡаралған. Белгестәр билдәләүенсә, үтә лә ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта етди эш көтөлә. Реставрация яҡынса ике йыл дауам итәсәк, унан һуң скульптура мотлаҡ рәүештә урынына ҡайтарыласаҡ.

Салауат Юлаев һәйкәле - Өфөнөң төп иҫтәлекле урындарының береһе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй художестволар академияһы белгестәре менән осрашыуында ла атлы статуяның республика символы, халыҡ күңеле булыуын билдәләне. Ул төбәк гербында ла сағылдырылған. Һәйкәл реставрацияһына бәйле дисскусия-фекер алышыуҙар уҙғарылды, әлегә техник экспертиза әҙер. Яҡын арала эштәргә рөхсәт алынасаҡ.

Академия президенты Василий Церетели Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәтен белдерҙе. Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға иң көслө белгестәр йәлеп ителәсәк. Барлыҡ эш йәмәғәт контроле күҙәтеүендә була.

Рәсәй художестволар академияһы илдең күренекле рәссам, архитекторҙарын, сәнғәт эшмәкәрҙәрен берләштерә. Беҙ күләмле проектҡа консультант булараҡ саҡырылдыҡ. Илдең мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау - яуаплы бурыс. Реставрация барышында скульпторҙың художество почеркын да һаҡлап ҡалырға кәрәк. Тәү сиратта, академия эксперт булараҡ сығыш яһай, монумент өҫтөндә башҡарыласаҡ һәр эш контролгә алына..

Василий Церетели, Рәсәй художестволар академияһы президенты

Эшлекле осрашыуҙа Өфөлә Рәсәй художестволар академияһы филиалын асыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Василий Церетели республика башлығы Радий Хәбировтың тәҡдимен хуплап ҡабул итте. Төбәктең мәҙәниәт министрлығына тейешле документтар һәм бина әҙерләү бурысы ҡуйылды.

Гөлназ Хәйбуллина