Стәрлетамаҡта 18 йәшлек водитель йәйәүлене бәрҙергән

Стәрлетамаҡта 18 йәшлек водитель йәйәүлене бәрҙергән. Фажиғә Хоҙайбирҙин урамында теркәлә. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 14-се модель «ВАЗ» автомобиле менән идара иткән ҡыҙ ҡараңғыюлда ҡатынды күрмәй. Һөҙөмтәлә 44 йәшлек йәйәүле авария урынында һәләк була. Осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә.