Өфөлә “Башҡортостан геройҙары” программаһына һайлап алыу этабы уҙҙы

Унда 150 махсус хәрби операция ветераны ҡатнашты һәм әле ялда булған яугирҙар сағырылды. Проектҡа ҡушылғандарҙың күбеһе әле алғы һыҙыҡта.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Баһалау саралары йомғаҡтары буйынса 70 кеше финалға сыға. Унда квалификация үтеү мөмкинлеген ала, һәр ҡатнашыусыға остаз беркетелә.  Республика Башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса идаралығы етәксеһе Татьяна Саенко:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Яуаплы осорҙа ил именлеген һаҡлаған яугирҙарға республика терәк булырға тейеш”, - ти  “Ватанды һаҡлаусылар”  фонды филиалы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Башҡортостан геройҙары” программаһы быйыл 24 февралдә башланды. Ул ил  Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған “Геройҙар ваҡыты” федераль проектының дауамы булып тора. Маҡсаты махсус хәрби операцияла ҡаинашыусылар араһынан  идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү.