Башҡортостанда гастротуризм үҫешә

Беҙҙең республика Стратегик башланғыстар агентлығы программаһында ҡатнашыусы төбәктәрҙең береһе булыуы мөмкин. Төбәктәр араһында һайлап алыу һөҙөмтәләре июндә иғлан ителә, тип белдерҙе Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров. Программа гастрономия туризмын үҫтереүгә, урындағы  аҙыҡ-түлек брендтарын танытыуға йүнәлтелгән. Беҙҙең республикала 3 мең ярымдан ашыу дөйөм туҡланыу урыны бар, 1 меңгә яҡын аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеһы эшләй.