14 июндә Салауат районында Республика фольклор байрамы уҙғарыла. Сара халыҡтың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға бағышлана. Проект үҫеп килеүселәрҙә халыҡҡа, уның тарихына һөйөү тәрбиәләү, мәҙәни-тарихи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән. Байрам барышында сувенир тауарҙар,тирмә-ихаталар конкурстарын, күпалыш, көрәш буйынса турнирҙар уҙғарыу ҡаралған.