Мәҙәни сара 21 сентябрҙән 29-на тиклем Грозный ҡалаһында уҙа. Ижади труппа Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар” поэмаһы буйынса ҡуйылған спектакль менән сығыш яһай. Шулай уҡ фестивалдә Мари Иле, Саха-Яҡут, Татарстан, Мордва, Хаҡас һәм Чечен республикаһынан 11 сәхнә әҫәре тәҡдим ителә. Милли театрҙар фестивале Рәсәй театр эшмәкәрҙәре Союзы һәм Чечен Республикаһы хөкүмәте тарафынан 2019 йылдан йыл һайын үткәрелә.