Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәшит Кәлимуллиндың Һуңлаған үкенестәр» китабының исем туйы үтте. Осрашыуға Рәшит Шәрифулла улының бергә уҡыған һабаҡташтары, яҡташтары, хеҙмәттәштәре йыйылды. Баҫма Мәскәү нәшриәттәренең береһендә рус телендә донъя күргән. Автор китап яҙырға Сочиҙа ял иткән ваҡытта тотонған. Ул билдәләүенсә, журналист кеше үҙ фекерен белдермәй, ваҡиғаларға баһа бирмәй, ижад итмәй йәшәй алмай. Сарала ҡатнашыусылар Рәшит Кәлимуллиндың 45 йыллыҡ хеҙмәт осоронда илдә булған тарихи ваҡиғаларға хәбәрсе күҙлегенән ҡараш ташлап, үҙ фекерен белдереүен юғары баһаланы.