Башҡортостан мәктәптәрендә Һуңғы ҡыңғырау уңайынан тантаналар үтә

Иглин районында уҡыу йылы тамамланыуға арналған традицион линейкалар үтте. Тәүге байрам саралары башланғыс кластар уҡыусылары өсөн ойошторолдо, уҡыу, интеллектуаль, ижади һәм спорт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Иглин районында быйылғы уҡыу йылын 10 мең ярымдан ашыу бала тамамлай. 27 майҙа 1-8 һәм 10 класс уҡыусылары өсөн йәйге каникул башлана. Сығырылыш кластар иһә йомғаҡлау имтихандары бирә. Иртәгә 11-селәр тарих, әҙәбиәт һәм химия фәненән Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра.