Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен юғары баһаланы

Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Рәсәй сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Эдуард Малаян белдерҙе. Федераль чиновник билдәләүенсә, Башҡортостан әүҙем үҫешкән алдынғы төбәктәрең береһе, халыҡ-ара кимәлдәге партнерҙарҙың киң даирәһе менән хеҙмәттәшлек итә.

Һөйләшеү барышында Рәсәй Сит ил эштәре министрлығында Башҡортостандың былтыр сит ил илселәре өсөн ойошторған презентацияһы ла билдәләп үтелде. Республика бындай сараларҙы үткәреү стандартын билдәләне. Төбәк халыҡ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса илдең ун лидеры иҫәбенә инә. Был идара итеү командаһының ҡаҙанышы, тине Рәсәй сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Эдуард Малаян.