Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы башланғыстар ҡаралды.
«Ромекс-Кубань» компанияһы етәкселеге Өфө районы Булгаков ауылында күп функциялы логистик парк төҙөү концепцияһын тәҡдим итте. Яңы объекттағы заманса келәттәрҙе эре федераль сауҙа селтәрҙәре ҡуртымға аласаҡ. Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 18 миллиард һум. Башланғысты тормошҡа ашырыу кәм тигәндә 2 мең эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан алда инвестор Благовещенда OZON компанияһы өсөн үҙәк төҙөлөшөн тамамланы, ул 2024 йылдың ноябрендә эшләй башланы.
Стәрлетамаҡта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн сәнәғәт технопаркын булдырыу проектын «Инмаш» концерны етәкселеге тәҡдим итте. Инвестор 730 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй. 100-ҙән ашыу эш урыны булдырыу күҙаллана. «Рассвет» компанияһы вәкилдәре мал аҙығы люцернаһын үҫтереү өсөн һуғарыу системаһын булдырыу, шулай уҡ уны киптереү һәм эшкәртеү буйынса завод төҙөү проекты тураһында һөйләне. Ошо маҡсатта 5,9 миллиард ҺУМ акса йүнәлтеләсәк. Ауыл хужалығы объекттарын файҙаланыуға тапшырыу менән 100 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Кәңәшмәлә шулай уҡ «ӨфөСәй» компанияһы етәкселеге Өфөлә бал, бальзам һәм фитосәй етештереү буйынса завод төҙөү пландары менән таныштырҙы. Технологик комплексты төҙөүгә 50 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. Заводты сафҡа индереү 25 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Ярҙам саралары сифатында инвесторҙарҙың проекттарына өҫтөнлөклө статус бирелә. Шулай уҡ республика һалым ташламалары һәм ер участкаларын рәсмиләштереүгә булышлыҡ итәсәк.