Радий Хәбиров туристар өсөн тағы ла бер ял урыны асырға вәғәҙә бирҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров туристар өсөн тағы ла бер ял урыны асырға вәғәҙә бирҙе. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул Евразия күсмә цивилизациялар музейы эскиздарын, төҙөкләндерелгәндән һуң тарихи-мемориаль комплекстың нисек буласағын күрһәтте. Шишмә районындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһе һәм уға яҡын биләмә күләмле проектың мөһим өлөшө. Был ысын мәғәнәһендә мосолмандар, республикабыҙ халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн изге урын. Әле уны тәртипкә килтереү өсөн тәүге аҙымдар яһала. Мәҙәни мираҫ объектын ҡотҡарырға, кәшәнәне һәм ҡәбер таштарын емереүҙе туҡтатырға кәрәк. Насип булһа, төбәктә туристар өсөн тағы ла бер нөктә асырбыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.