Әбйәлил районында радиация табылмаған

Тиҫтә йылдар элек Салауат баҡыр мәғдәне участкаһында радиоактив ҡалдыҡтар күмелгән тигән фараз бар. Урындағы халыҡ был ҡалдыҡтар баҡыр мәғдәнен эшкәртеү барышында тышҡа сығып, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерер тигән хафа белдерә. Өлкән быуын вәкилдәре уҙған быуаттың 60-сы йылдарында радиацияны иҫкәртеүсе махсус билдәләр булғанлығы хаҡында ла хәтерләй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре территорияны тикшерергә сыҡты. Унда Буранғол ауылы халҡы ла ҡатнашты. Тикшереү һөҙөмтәһендә радиактив күрһәткестәр нормала булыуы асыҡланды. Белгестәр ҡулындағы радиация күләмен тикшереү ҡорамалдары күрһәткән һандар халыҡҡа борсолорға урын ҡалдырманы.