11-се класс уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары старт ала

Иртәгә 11-се класс уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары старт ала. Рус әҙәбиәте, химия һәм тарих фәндәрен һайлаусылар һынау тота. Быйылғы имтихандарҙың үҙенсәлеге һәм уға әҙерлек тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Өфөнөң 91-се гимназия уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарын Нижегородка биҫтәһендәге белем усаҡтарының береһендә тапшырасаҡ. Яуаплы көн алдынан 11-селәрҙең класс етәксеһе Венера Сәлимгәрәева кәңәш- теләктәрен еткерә. Мотлаҡ иртәнге аш ашарға, паспорт, ручка һәм һыу алырға онотмаҫҡа. Имтихандарға әҙерлек ике йыл дауамында барҙы, шуға күрә кистән иң яҡшыһы - ял итеү, тигән фекерҙә ул.

Быйыл Өфө үҙәгендә урынлашҡан гимназияны 50 уҡыусы тамамлай. Иртәгә рус әҙәбиәте, химия һәм тарих фәндәрен һайлаусылар Берҙәм дәүләт имтиханы бирә.

Артемға иһә имтихандар өсөн ниндәй һөҙөмтә алырмын тип борсолорға түгел. Ул әле үк Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты студенты. Үҫмер Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсе булараҡ теләһә ниндәй вузға документтарын тапшырыу хоҡуғына эйә. Уҡыу йорто һайланған, әлегә Берҙәм дәүләт имтихандарын аттестат алыр өсөн генә тапшыра.

Берҙәм дәүләт имтиханы Бөтә Рәсәй олимпиадаһынан бер нимәһе менән дә кәм түгел . Уға ла ныҡлы әҙерләнергә кәрәк ине. Әле классташтарыма уңыштар теләйем, уларға төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышам.

Артем Жук, Н. Черных исемендәге 91-се гимназияның 11-се класс уҡыусыһы

Берҙәм дәүләт имтихандарын үткәреү тәртибе элеккесә. Үҙгәрештәр күҙәтеүселәргә генә ҡағыла. Быйыл тәүгә тапҡыр мониторинг өсөн уҡыусыларҙың ата-әсәләре һәм бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр йәлеп ителә. Бының өсөн алдан аккредитация үтеү ойошторолған. Бынан тыш, өс ситуация үҙәге булдырылған, мең ярымдан ашыу йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләйәсәк.

Ҡағиҙә булараҡ имтихандар өс этапта үтә. Алдан биреү этабы март-апрелдә булһа, әле төп осор башлана һәм имтихандарҙы тапшыра алмаусылар сентябрҙә тағы берҙе үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Бынан тыш, быйыл да берҙәм дәүләт имтихандарын яңынан тапшырыу өсөн ике көн бирелә. 3 йәки 4 июлдә сығарылыш уҡыусылары бер предмет буйынса имтиханды ҡабаттан тапшыра ала. Был яңылыҡ былтыр Владимир Путин тәҡдиме буйынса индерелгәйне. Ләкин ошоно иҫтә тоторға кәрәк - икенсе һөҙөмтә генә ғәмәлгә алына.

Светлана Антипина, Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары

Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған һәм Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн 150 мең һумлыҡ премия түләү ҡаралған. Шулай уҡ максималь балл йыйған уҡыусыларҙы әҙерләгән педагогтарҙы ла аҡсалата дәртләндереү күҙаллана. Уларға 50 мең һум түләнәсәк. Ярҙам сараһы Радий Хәбиров указына ярашлы тормошҡа ашырыла. Былтыр бындай түләүҙе 155 уҡыусы һәм уларҙы имтиханға әҙерләгән 118 уҡытыусы алған.

Әлфинә Килдейәрова