Евразия күсмә цивилизациялар музейында туристар өсөн ял урыны асыла

Радий Хәбиров был турала социаль селтәрендәге сәхифәһендә белдерҙе. “Шишмә районындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһе һәм уға яҡын биләмә  - проекттың мөһим өлөшө. Был ысын мәғәнәһендә мосолмандар, республикабыҙ халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн изге урын. вәғәҙә иткәнсә, уны тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Ошо биләмәне төҙөкләндереү проектын әҙерләй башлайбыҙ. Иң мөһиме-мәҙәни мираҫ объектын һаҡлап ҡалырға, хәүефһеҙлеккә бәйле эштәр башҡарырға, мавзолейҙы һәм ҡәбер таштарын емереүҙе туҡтатырға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән, төбәктә туристар өсөн тағы ла бер йәлеп итеү нөктәһен асырбыҙ”,  - тип билдәләгән Радий Хәбиров.