Өфөлә яңы проект эшләй башланы

Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, программаға ярашлы мәктәп һәм балалар баҡсаһына илтән тротуарҙар төҙөкләндерелә.  Дөйөм оҙонлоғо 7 километрҙан ашыу булған 67 участкала бордюрҙар алмаштырыла һәм яңы асфальт һалына. Шулай уҡ уҡыу йорттарына инеү урындары, ундағы майҙансыҡтар тәртипкә килтереү ҡарала, юл билдәләре, светофорҙар ҡуйыла. Эштәрҙе яңы уҡыу йылына тамамлау планлаштырыла.