Мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандары башланды

 Башҡортостанда һынау үтеү өсөн 164  урын әҙерләнгән. Бөгөн 11-се класс уҡыусылары тарих, әҙәбиәт һәм химиянан имтихан тапшырҙы.  Күгәрсен районында быйыл 11 класты 93 уҡыусы тамамлай. Райондың мәғариф идаралығы етәксеһе Рәсүл Әхмәтйәнов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Берҙәм дәүләт имтихандарын үткәреү тәртибе элеккесә. Үҙгәрештәр күҙәтеүселәргә генә ҡағыла. Быйыл беренсе тапҡыр унда уҡыусыларҙың ата-әсәләре һәм бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр йәлеп ителә.  Краснокама районында  Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу урындары ҡаралмаған. Сығарылыш класс уҡыусылары имтиханды Нефтекаманың  башҡорт гимназияһында, 3-сө һәм 13-сө мәктәптәрҙә тапшыра. Район мәғариф идаралығының төп эшмәкәрлек һәм милли мәсьәләләр буйынса етәксе урынбаҫары Гөлфирә Байбулатова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған һәм Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн 150 мең һумлыҡ премия  ҡаралған. Максималь балл йыйған уҡыусыларҙы әҙерләгән педагогтарға  50 мең һум түләнә.