Өфө халҡы киләһе йылда төҙөкләндереләсәк биләмәләр өсөн тауыш бирә

Ҡала хакимиәте лидерҙарҙы атаны. Октябрь районында СССРҙың 50 йыллығы урамындағы сквер өсөн 41 мең тауыш бар. Шулай уҡ Калинин районында Хәтер скверы, Киров районында Дзерджинский скверын һайлаусылар күп. Өфө халҡына 12 объект тәҡдим ителгән. Тауыш биреү "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла, 12 июнгә тиклем дауам итә.