Башҡортостанда йорт ҡыйыҡтарын ремонтлауға миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә

Капиталь ремонт фонды эште башҡарыусы компанияларҙы билдәләй. Ике аукцион уҙғарыла. Тәүгеһендә Өфөлә 46 йортто ремонтлаусылар менән контракттар төҙөлә. Икенсеһендә 3 ҡала һәм 13 районда 67 йорт ҡыйығын ремонтлаусы асыҡлана. Эштәр быйыл декабрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.