Ойошманың эш йүнәлештәре күп яҡлы: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү, медик-психологик реабилитация, реабилитацияның техник саралары менән тәьмин итеү, юридик мәсьәләләр, торлаҡ биналарҙы яраҡлаштырыу һәм башҡалар. 2023 йылда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең проблемалары менән 40 социаль координатор шөғөлләнһә, бөгөн улар 107. Төбәк филиалының функциялары ла киңәйә. Хеҙмәткәрҙәр махсу схәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү менән әүҙем шөғөлләнә башлай.
Фондтың өҫтөнлөгө берҙәм тәҙрә принцибы менән эшләүендә - мәсьәләләрҙең бер урында хәл ителеүе уңайлы. Махсусхәрби операцияла һәләк булғандарҙың туғандары ла учреждениеға мөрәжәғәт итә ала. Координаторҙар булып социаль хеҙмәткәрҙәр һәм ирекмәндәр генә түгел, ә хәрбиҙәрҙең ҡатындары, әсәләре, шулай уҡ яугирҙар үҙҙәре лә эшләй. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар «Йәшел сауҡалыҡ «шифаханаһының реабилитация үҙәгендә дауалана ала. Әлегә унда 10 кеше мөрәжәғәт иткән, улар сәләмәтләндереү программаһын үтәсәк.