Бөгөн республиканың район-ҡалаларында урынлашҡан «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәктәрендә берҙәм консультация көнө үтте. Унда бизнес менән шөғөлләнеүселәр һәм үҙ эшен асырға теләүселәр ҡатнашты. Кадрҙар үҙәге ундайҙар өсөн берҙәм консултация көнөн өс айға бер үткәрә. Өфөнөң Киров районы мәшғүллек үҙәгендә консультация көнө уңайынан төрлө ведомство вәкилдәре сығыш яһаны.
Былтыр социаль контракт буйынса дәүләттән ярҙам алып мең дә 200-ҙән ашыу кеше үҙ эшен асҡан. Программала ҡатнашыусылар матурлыҡ индустрияһы, клининг һөм химик таҙартыу, фотоға төшөрөү, юридик хеҙмәттәр, шулай уҡ ремонт-төҙөлөш эштәре өлкәһендә идеяларын тормошҡа ашырған. Аҡсалата ярҙам башлыса ҡорамалдар һөм материалдар һатып алыуға йүнәлтелгән. Был юлы социаль контрактҡа ярашлы, 999 кеше бизнес асыу өсөн 350 мең һум ярҙам алырға хоҡуҡлы. «Эшһеҙ граждандар өсөн бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙам» программаһына ярашлы түләүҙәр арттырылып, хәҙер 180 мең һум тәшкил итә. Уға мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән граждандар дәғүә итә ала.