Фәнүзә Баһауетдинова тыуған яғында ижадташтары менән осрашты

Һөйләр һүҙем бар. «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мәхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәнүзә Баһауетдинованың тыуған яғы - Стәрлебаш районында хеҙмәттәштәре һәм ижадташ дуҫтары ҡатнашлығында ойошторолған кисә шулай тип аталды. Йыр-моң һәм әҙәби һүҙ байрамын БЮТ хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова күҙәтте.

Ҡасандыр тыуған ауылы Ибраҡайҙан йәйәү йөрөп белем алған Иҫке Ҡалҡаш төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Фәнүзә Баһауетдинованы йәш быуынға өлгө итеп ҡуялар. Был юлы белем усағында Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙының хеҙмәттәштәре ҡатнашлығында журналист һөнәренең үҙенсәлектәренә арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. . Уларҙың һәр береһенең тамашасылар һәм радиотыңлаусыларға әйтер һүҙе күп ине. Тәү сиратта, 30 йылдан ашыу ижад дәүерендә эфирға республикабыҙ зыялылары тураһында йөҙҙәрсә тапшырыуҙар әҙерләгән Фәнүзә Баһауетдинованың ижады тураһында.

Ғүмеренең күркәм датаһын билдәләгән көндәрҙә журналист тыуған яҡтарына ҡайтып, бала сағы һәм үҫмер йылдары үткән күркәм осорға байҡау яһаны. Фәнүзәнең яҡташтары ла буласаҡ журналистың кескәй сағынан уҡ ныҡыш һәм уңған, сәмле булыуын яҡшы иҫләй.

Яҡташтар менән осрашыу Ибраҡай ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. 80-се йылдарҙан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл клубын Фәнүзәнең әсәһе Фәрзәнә Баһауетдинова етәкләй. Тап ошо йылдарҙа ул сәхнәгә, йыр-моңға ынтылған ҡыҙын ҡулына микрофон тоттороп сәхнәгә сығара. Шул йылдарҙан алып Фәнүзә микрофондан айырылмай. Телевидение һәм радио эфирында, талантлы ғаиләһе менән бергә сәхнәгә сыҡҡанда ла Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙының әйткән һүҙе, дәртле йырҙары уның ижадын һөйөүселәр күңеленә үтеп инә.

Һәр кемдең тормошонда дөрөҫ йүнәлеш биргән рухи тамырҙары мөһим урын алып тора. «Ашҡаҙар» радиоканалының өлкән мөхәррире Фәнүзә Баһауетдинова ла тыуған еренән дәрт-ҡот алып, үҙе лә тәүге тәпәй баҫҡан ерҙәренең ҡеүәтен арттырып йәшәгән замандашыбыҙ.

Г. Йосопова